

Яңауылда йәшәүсе мутлашыусыларға 900 мең һум аҡса күсергән. Ә хәл былай була: билдәһеҙ кешеләр ҡатындың элекке эш биреүсеһе исеменән шылтыратып, уның шәхси мәғлүмәттәрен ала. Һуңынан, улар Федераль именлек хеҙмәте һәм Үҙәк банкы хеҙмәткәрҙәре булып, зыян күреүсенең “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге аккаунтына сит кешеләрҙең инеүен һәм ышаныс ҡағыҙҙарын рәсмиләштереүҙәрен хәбәр итә. Һөҙөмтәлә ҡатын “террорлыҡты финанслауҙан һаҡланыу өсөн” уғрыларға 900 мең һум аҡса күсерә. Аҡсаның 300 мең һумы кредитҡа алынған була.
Өфөлә 42 йәшлек ҡатын шулай уҡ инвестиция мутлашыусыларының тоҙағына эләгеп, 1,2 миллион һум аҡсаһын юғалта. Сайтта ул бер ир менән таныша. Был ир, үҙ сиратында, инвестиция ярҙамында аҡса эшләргә тәҡдим итә. Тиҙ аҡса эшләргә теләп, ҡатын биржа платформаһында теркәлә һәм “коллегаһы” менән тәүге 24 мең һум аҡсаһын һала. Һуңғараҡ мутлашыусылар күберәк аҡса эшләү өсөн ҡатынды тағы ла кредит алырға күндерә.
Биржанан еңел аҡса сығара башлағас, ул ошо рәүешле аҡса эшләп булыуға тамам ышана. Тик тиҙҙән йәш ҡатынға шәхси иҫәпкә блок ҡуйылыуы тураһында хәбәр килә. Аферистар блокты алыу өсөн өс мең АҠШ доллары түләргә кәрәк тип белдерә, шул уҡ ваҡытта уның яртыһын ярҙам рәүешендә үҙҙәре түләргә тәҡдим итә. Ҡатын йәнә уларға ышанып, аҡса күсерә, тик мутлашыусылар системала хата килеп сыҡҡанын, шуға ышаныслы кешене йәлеп итергә ҡуша. Һөҙөмтәлә ҡатын әсәһе менән бергә тағы ла 600 мең һумға яҡын аҡса күсерә. Әммә енәйәтселәр “реквизиттарҙағы хата”ға һылтанып, тағы ла ышаныслы кешене табыуҙы талап итә. Шул ваҡытта ғына ҡатын алданыуын аңлай. Һөҙөмтәлә ул 1,2 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтып өлгөрә.
Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: сит кешеләргә бер ҡасан да аҡса күсермәгеҙ, билдәһеҙ кешеләр менән бәйләнешкә инммәгеҙ!
Фото: Башинформ.