Хәүефһеҙлек
16 Май 2025, 15:31

12 йыл элек юғалған ҡатын табылған...

Ошоғаса бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмаған.  Полицияға ҡыҙының юғалыуы тураһында саң ҡағып әсә кеше килә... 

12 йыл элек юғалған ҡатын табылған...12 йыл элек юғалған ҡатын табылған...
12 йыл элек юғалған ҡатын табылған...

12 йыл элек 32 йәшлек ҡатын юғалып, ошоғаса бер ниндәй мәғлүмәт тә юҡ ине.

Тарих 2013 йылда башланған. Полицияға 32 йәшлек ҡыҙының юғалыуы тураһында саң ҡағып әсә кеше килә. Ул ваҡытта ҡатынды таба алмайҙар һәм был “дело” асылмай тороп ҡала.

Быйыл шул ваҡиғаға асыҡлыҡ ингән. Ырымбурҙа ғүмерлеккә колонияға ябылған енәйәтсе, күңелен таҙартыр өсөнмө,  шул ҡатындың юғалыуына туранан-тура бәйле булыуын асып һалған – уның кәүҙәһенең ҡайҙа йәшерелгәнлеген күрһәткән. Был турала РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы хәбәр итә.

Тикшереүселәр Бөрө янындағы Ағиҙел ярында, енәйәтсе күрһәткән урында, кеше һөйәктәрен таба. Молекуляр-генетик һәм медицина-криминалистик экспертизалар уның шул ҡатын икәнлеген һәм үлем ваҡытын раҫлай.

Ул ваҡытта бик ҡурҡыныс енәйәт ҡылынған: 2013 йылда был ир шәхси ташыу менән шөғөлләнгән. Ямаш ауылында әлеге ҡатын уға ултыра. Пассажир менән водитель үҙ-ара һөйләшеп китә, аҙаҡ бергә спиртлы эсемлек эсәләр. Тик ни сәбәптәндер ыҙғышып, ир ҡатынды ебәк шарф менән быуып үлтерә...

Ауыр енәйәтенең эҙен йәшерер өсөн, ул йәнһеҙ кәүҙәне йылға йыуып алып китер тигән өмөттә яр буйына килтереп ҡалдыра. Әммә сыбыҡ-сабыҡ ҡаплаған мәйет шул урында ошоғаса ятҡан.

Суд енәйәтсегә формаль рәүештә тағы 12 йыл иркенән мәхрүм итеүҙе өҫтәй. Ир былай ҙа ғүмеренең ахырынаса ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырасаҡ.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас