Хәүефһеҙлек
18 Май 2025, 13:50

Ҡатынына ут төртөп, ҡәйнәһен үлтергән

Меҫкен ҡатын ауыр хәлдә... 

Ҡатынына ут төртөп, ҡәйнәһен үлтергәнҠатынына ут төртөп, ҡәйнәһен үлтергән
Ҡатынына ут төртөп, ҡәйнәһен үлтергән

Был йән өшөткөс хәл ошо көндәрҙә Туймазы районының Дуҫлыҡ ауылында булған. 16 майҙа иҫерек 67 йәшлек ир 62 йәшлек ҡатыны менән талаша башлай. Ғауға сәбәбе – ирҙең эскелеге. Ир йораты һүҙ күтәрә алмай күрәһең, ул яғыулыҡ ала һәм ҡатынға ҡойоп, ут төртә.

Һөҙөмтәлә янғын сыға. Төтөнгә ағыуланып ирҙең 86 йәшлек ҡәйнәһе һәләк була, ә ҡатын ныҡ ауыр йәрәхәттәр ала. Уны ауыр хәлдә дауаханаға алып китәләр. Әле табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә.

Әле ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уның менән тәүге тикшереү эштәре үткәрелгән, уға һаҡ аҫтына алыу сараһын һайлау мәсьәләһе хәл ителә. Ул енәйәтен таный. Ваҡиға урынында бензин һәм май һалынған банканы һәм шешәләрҙе тартып алалар.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас