

Бәхетһеҙ осраҡ бөгөн көндөҙ Өфө ҡалаһының Нуғай шоссеһында "Жилин" туҡталышы янында теркәлгән. Юл-транспорт ваҡиғаһында бер юлы алты автомобиль бәрелешкән. "Лифан" руле артындағы водитель светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтаған «Киа Рио», «Лада Ларгус», «Фольксваген», «Рено» и «Мерседес» автомобилдәрен килеп төкөй.
Һөҙөмтәлә "Киа Рио" һәм "Лифан" автомобилдәре водителдәре һәм пассажирҙары ныҡ зыян күргән һәм дауаханаға оҙатылған. Автомобилдәр ҙә ҙур зыян күрә.
Авария булған урында тикшереү башланған, ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ!
Фото: "Башинформ"