Хәүефһеҙлек
18 Май 2025, 16:45

Әсәһе истерика хәлендә, үҙенә урын тапмай...

Йылғала бала батҡан, әле уны эҙләйҙәр. 

Әсәһе истерика хәлендә, үҙенә урын тапмай...Әсәһе истерика хәлендә, үҙенә урын тапмай...
Әсәһе истерика хәлендә, үҙенә урын тапмай...

Йылы көндәр башланып та өлгөрмәне, ә һыуҙа тәүге фажиғәләр теркәлә лә башланы. Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына шаһиттарҙан хәбәр килгән: киске сәғәт һигеҙҙә Стәрлетамаҡтың Горький урамында Ашҡаҙар йылғаһында 2013 йылғы малай һыу аҫтына киткән. Урында ҡотҡарыусылар эшләй, баланы эҙләйҙәр. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, баланың әсәһе истерика хәлендә, үҙенә урын таба алмай.

Ошондай ҡурҡыныс фажиғәләр булмаһын өсөн һыу буйына балаларҙы яңғыҙҙарын ебәрмәгеҙ. Бергә булғанда ла, уларҙан күҙ яҙлыҡтырмағыҙ: фажиғә өсөн бер минут ваҡыт етә...

Фото: МЧС. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас