Хәүефһеҙлек
19 Май 2025, 16:10

Тағы береһе дауаханала үлеп ҡалған

Был фажиғәнең өсөнсө ҡорбаны...

Тағы береһе дауаханала үлеп ҡалғанТағы береһе дауаханала үлеп ҡалған
Тағы береһе дауаханала үлеп ҡалған

Салауаттағы “Свеча” предприятиеһындағы шартлауҙан тағы бер кеше – 44 йәшлек ир дауаханала үлгән. Был фажиғәнең өсөнсө ҡорбаны... Алдан 46 һәм 51 йәшлек эшселәрҙең һәләк булыуы тураһында  хәбәр ителгәйне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 май Салауаттағы парафин етештергән “Свеча” предприятиеһында газ шартлап, дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр ала, был мәлдә цех эсендә булған 46 йәшлек эшсе емереклектәр араһында ҡала һәм ул 10 сәғәттән һуң ғына табыла. Эшкә урынлашырға килгән 48 йәшлек ир зыян күрә. Уның хәле тотороҡло ауыр тип баһалана. Унан тыш, тағы бер ир дауалана.

Был ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эше асылған. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре һәм Дәүләт хеҙмәт автоинспекцияһы  шартлау сәбәптәрен асыҡлай.

Был фажиғә төбәктә һуңғы ваҡыттағы иң ҙур сәнәғәт аварияһы һанала. Башҡортостан хөкүмәте хәлде контроленә алған.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас