Хәүефһеҙлек
21 Май 2025, 16:40

Бөрйәндә ике урман янғыны теркәлгән

Уҙған тәүлектә республиканың янғын һүндереүселәренә 30 янғынды һүндерергә тура килгән.

Бөрйәндә ике урман янғыны теркәлгәнБөрйәндә ике урман янғыны теркәлгән
Бөрйәндә ике урман янғыны теркәлгән

Бөрйән районының Килдеғол ауылы янында урман янғыны теркәлгән. Уны асыҡлаған ваҡытта ут 0,5 гектар майҙанға таралып өлгөргән булған.

Шулай уҡ Ҡолғана ауылы янында тағы ла бер урман янғыны сыҡҡан. Уның майҙаны 0,9 гектар тәшкил итә. Зыян күреүселәр юҡ.

Һүндереүгә республиканың Урман хужалығы министрлығы белгестәре йәлеп ителгән. Хәл Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы контролендә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, уҙған тәүлектә Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл теркәлмәгән. Һыу объекттарында ваҡиғалар булмаған. Янғын һүндереүселәргә 30 янғынды һүндерергә тура килгән. Шулай уҡ ҡотҡарыусылар юл-транспорт ваҡиғаларын бөтөрөү өсөн дүрт тапҡыр йәлеп ителгән.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас