Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Май 2025, 12:30

Мутлашыуҙың ниндәй осраҡтары йышыраҡ теркәлә?

Республикала ошоға ҡағылышлы статистика билдәле булды

Мутлашыуҙың ниндәй осраҡтары йышыраҡ теркәлә?
Мутлашыуҙың ниндәй осраҡтары йышыраҡ теркәлә?

Башҡортостан халҡы 2025 йылдың дүрт айында мутлашыусыларға 1 миллиард 190 миллион һум аҡса күсергән. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүенсә, ошо осорҙа төбәк биләмәһендә мәғлүмәт-коммуникация технологиялары өлкәһендә ҡылынған 9,5 меңдән ашыу енәйәт теркәлгән. IT-енәйәттәрҙең иң ҙур өлөшөн мутлашыуҙар тәшкил итә: уларҙың һаны 3,5 меңгә яҡын.

Ведомствонан аңлатыуҙарынса, мутлашыу ысулдары буйынса беренсе урында – аҡсаны һаҡлап ҡалыу һылтауы менән банктарҙың, хоҡуҡ һаҡлау органдарының именлек хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратыуы (38 процентҡа яҡын); икенсе урында – микрофинанс ойошмалары (18,8 процент); өсөнсөлә – инвестициялар ярҙамында килем алыу (16,1 процент) осраҡтары тора. Артабан тауарҙар һатыу һәм һатып алыу буйынса сайттарҙы файҙаланыу ярҙамында алдауҙар (10,6 процент); интернетта аҡса эшләү (10,2 процент); хеҙмәттәр күрһәтеү (8 процент); туған кешенең юл-транспорт фажиғәһенә “эләгеүе”, тауарҙарға интернетта заказ биреү (6-шар процент) һәм төрлө социаль селтәрҙәрҙең һәм мессенджерҙарҙың аккаунттарын тартып алыу (4,7 процент) осраҡтары тәшкил иткән.

Фото: Башинформ.

Автор: Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас