Хәүефһеҙлек
26 Май 2025, 07:00

20 көнлөк бәпес ғүмере өсөн көрәшә

Атай-әсәй әйтеүенсә, баланың атаһы түшәккә ҡабыҙылған фен һалған, унан янғын сыҡҡан...

20 көнлөк бәпес ғүмере өсөн көрәшә20 көнлөк бәпес ғүмере өсөн көрәшә
20 көнлөк бәпес ғүмере өсөн көрәшә

Бөгөн иртә менән Октябрьский ҡалаһында бәләкәй балаға бәйле аяныслы хәл була. 20 генә көнлөк сабый тәне бешеп дауаханаға эләгә.

Әлеге ваҡытта табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Был хаҡта социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Атай-әсәй әйтеүенсә, баланың атаһы түшәккә ҡабыҙылған фен һалған, унан янғын сыҡҡан. Әле белгестәр сабыйҙың хәлен ауыр тип баһалай.

Реаниматологтар комбустиологтар менән телемедицина консультацияһы үткәргән дә инде. Санитар авиация линияһы буйынса бәләкәй пациентҡа Республика балалар клиник дауаханаһының реаниматологы һәм эндоскописы киләсәк.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, иртә менән әсә кеше дүрт һәм ике йәшлек балаларын балалар баҡсаһына алып барған. Атаһы яңы тыуған сабый менән фатирҙа ҡала. Бер мәл балалар карауатында япма һәм матрас янып китә, шулай уҡ баланың кейеме яна.

Әле ваҡиға сәбәбе асыҡлана. Ут сығыуының бер нисә фаразы ҡарала, шул иҫәптән бәлә фен һәм гелий шарҙары арҡаһында булыуы ихтимал. 

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас