

Силәбе өлкәһенең Измайловский ҡасабаһында йән өшөткөс хәл теркәлгән. Унда 46 йәшлек ҡатын үҙенең 36 йәшлек танышына 12 йәшлек ҡыҙын үлтерергә тәҡдим иткән. Бының өсөн "кәкүк әсә" 100 мең һум аҡса түләргә әҙер булған. Ҡатын баланы һыуҙа батырырға ҡушҡан. Үлтерергә теләүенең сәбәбен ҡыҙының характеры насар булыуы менән аңлатҡан.
Ир был эштән баш тартып ҡына ҡалмаған, ә хәл тураһында полицияға хәбәр иткән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килгәнсе, ул ҡыҙҙы өйөндә йәшереп тотҡан.
Әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғаилә менән опека органдары һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия эшләй, тип хәбәр иткән район башлығы Александр Селезнев. Әлеге ваҡытта 12 йәшлек ҡыҙҙың ғүмеренә бер нәмә лә янамай.
Фото: социаль селтәрҙәр.