Хәүефһеҙлек
27 Май 2025, 06:30

Водитель таныҡлығы ла булмаған...

Саҡ йәшәй башлаған егет ҡот осҡос авария ойошторған

Водитель таныҡлығы ла булмаған...Водитель таныҡлығы ла булмаған...
Водитель таныҡлығы ла булмаған...

Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн иртән Көйөргәҙе районындағы Өфө – Ырымбур трассаһында авария теркәлгән. Унда “Лада” машинаһының 18 йәшлек водителе автомобиль менән идара итеү һәләтен юғалта һәм юлдан ситкә төшөп китә. Һөҙөмтәлә йәш егет ваҡиға урынында уҡ һәләк була. Билдәле булыуынса, уның водитель таныҡлығы ла булмаған.

Әлегә ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт фажиғәһе сәбәптәре асыҡлана.

Фото: БР буйынса дәүләт автоинспекцияһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас