Хәүефһеҙлек
28 Май 2025, 18:00

Машинаһы әйләнеп, водитель һәләк булған...

Рулдә 53 йәшлек ир ултырған

Машинаһы әйләнеп, водитель һәләк булған...Машинаһы әйләнеп, водитель һәләк булған...
Машинаһы әйләнеп, водитель һәләк булған...

Башҡортостандың Архангел районында үлемесле авария теркәлгән. ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, һәләкәт кисә кис булған.

Казанка – Оҙонлар – Аҙау трассаһының 18-се километрында “Лада Гранта”лағы 53 йәшлек водитель идараны юғалта.  Автомобиль канауға осоп әйләнеп барып ята. Ир ашығыс ярҙам килгәнсе үк һәләк була. Ваҡиға буйынса тикшереү үткәрелә.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас