

Нефтекамала һыу ятҡылығында 14 йәшлек малай батҡан. Фажиғә шаһиттарҙың күҙ алдында булған.
Үҫмер дуҫтары менән бергә Энергетик ауылы эргәһендә Ҡарман һыу ағыҙыу каналында йөҙөп йөрөгән һәм көтмәгәндә һыу аҫтына киткән. Әлегә водолаздар уның кәүҙәһен эҙләй, тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов.
Һауа торошо эҫе булыуға ҡарамаҫтан, йылға-күлдәрҙә һыу әле бик һыуыҡ. Шуға күрә һыу инеү бхәүефле. Ағымдағы майҙа инде өсөнсө тапҡыр балаларҙың батып үлгән осрағы теркәлде.
Ата-әсәләр, зинһар өсөн, балаларығыҙға күҙ-ҡолаҡ булһағыҙ ине!
Фото: социаль селтәрҙәр.