Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Май 2025, 21:00

Туғандарына ҡунаҡҡа барған булған

Велосипедта китеп барған 12 йәшлек малай машина аҫтында ҡалып, шунда уҡ йән бирә...

Туғандарына ҡунаҡҡа барған булған
Туғандарына ҡунаҡҡа барған булған

Өфө янында, Шамонин ауылын урап үткән юлда, автомобиль 12 йәшлек малайҙы тапаған. Бала ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Был турала UFA1.RU порталы хәбәр итә. Урында йәшәүселәрҙең береһе социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, малай туғандарына ҡунаҡҡа барған булған.

Билдәле булыуынса, үҫмер Луговая урамында велосипедта китеп барғанда ҡапыл юлға барып сыға һәм машина аҫтында ҡала...

Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Үҫмерҙең яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото: «Новости Шамонино / Шмидтово / Русский Юрмаш» / Telegram

Автор: Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас