Хәүефһеҙлек
31 Май 2025, 13:40

Урманда янғынға ҡаршы махсус режимды боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы А.Аникинаның 2025 йылдың 25 майындағы бойороғо менән 2025 йылдың 26 майынан 15 июненә тиклем...

Урманда янғынға ҡаршы махсус режимды боҙоусылар өсөн штраф ҡаралғанУрманда янғынға ҡаршы махсус режимды боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған
Урманда янғынға ҡаршы махсус режимды боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған

Урмандарҙа янғынға ҡаршы махсус режимды боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған

Штрафтар күләме (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексына ярашлы, 8.32-се статья, 3-сө өлөш):

граждандар өсөн: 40 000 һумдан 50 000 һумға тиклем  

вазифалы кешеләр өсөн: 60 000 һумдан 90 000 һумға тиклем

юридик шәхестәр өсөн: 600 000 һумдан 1 000 000 һумға тиклем тәшкил итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы А.Аникинаның 2025 йылдың 25 майындағы бойороғо менән 2025 йылдың 26 майынан 15 июненә тиклем Әбйәлил районының Ҡырҙас, Күсем, Буранғол, Хәмит, Ҡаҙмаш участка урмансылыҡтары биләмәләрендә, Баймаҡ урмансылығының Баймаҡ, Этҡол, Крепостной, Сибай, Темәс, Юлыҡ участкаларындағы бөтә кварталдары һәм бүлектәрендә, Бөрйән урмансылығының Әсебар, Ағиҙел, Бетерә, Ғәҙелгәрәй, Түбәнге Ағиҙел, Нөгөш, Көньяҡ Үҙән участка урмансылыҡтарының бөтә кварталдары һәм бүлектәрендә граждандарҙың урмандарҙа булыуы, шулай уҡ уларға транспорт саралары менән инеүе сикләнә.


Приказға һылтанма: https://forest.bashkortostan.ru/documents/active/628064/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас