+20 °С
Болотло
Айыу күргегеҙ килһә, Межгорье ҡалаһына килегеҙ
Белорет районының ҡуйы урман, тау-таш араһында урынлашҡан Межгорье ҡалаһында айыу йыш ҡунаҡ. Яңыраҡ уны Олимпийская урамында сүп-сар контейнерында эҙләнеп йөрөгән сағында видеояҙмаға төшөрөп алғандар.
Иптәштәр, һаҡ булығыҙ, ҡырағай хайуандарға яҡын бармағыҙ!
Видеояҙма ватсаптағы "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" төркөмөнән алынды.