

Әлшәй районында сираттағы бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. 30 майҙа Димдә урындағы кеше батып үлгән, тип хәбәр итә республика МЧС-ы.
Уның кәүҙәһен Ҡармыш янындағы йылғала ҡотҡарыусылар сығарған. Ваҡиға урынына хәл-ваҡиғаны асыҡлау маҡсатында тикшереү төркөмө сыҡҡан.
Шулай уҡ Туймазы районының Райман ауылы янындағы Өсән йылғаһынан ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһен, Благовещен районында Ағиҙел йылғаһынан 58 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһен сығарғандар. Тәфтиш-оператив төркөм хәл-ваҡиғаны тикшерә.
Көндәр эҫетеү менән кешеләр йылға-күл буйҙарына ынтыла. 1 июнь, миҙгел асылғас, рөхсәт ителгән таныш урындарҙа ғына һыуға төшөү мөмкинлеген, эскән килеш йылғаға инмәҫкә икәнлеген иҫкәртә ҡотҡарыусылар. Иғтибарлы булығыҙ!