

Кисә кисен Дүртөйлө районында авария булған.
Дәүләт автоинспекциянан хәбәр итеүҙәренсә, Р-240 автомобиль юлының 97 километрында, М-12 “Көнсығыш” юлына етәрәк урында, 47 йәшлек водитель “БМВ 520I” рулендә төп юлдан китеп барған “Jac” йөк машинаһын үткәреп ебәрмәй һәм улар бәрелешә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. Уның пассажирҙары, 42 йәшлек ҡатын һәм һигеҙ һәм алты йәшлек ике бәлиғ булмаған бала, дауаханаға оҙатыла.
Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү алып барыла, бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
Фото: скриншот.