Хәүефһеҙлек
4 Июнь 2025, 10:30

”Ғаиләмдең ышанысын юғалттым!”

Бәләбәйҙән 27 йәшлек Марика Ғирфанованың (исеме үҙгәртелде) ғаиләһе ауыр һынауға осраған

”Ғаиләмдең ышанысын юғалттым!””Ғаиләмдең ышанысын юғалттым!”
”Ғаиләмдең ышанысын юғалттым!”

Медицина өлкәһендә эшләгән ҡыҙҙың эшмәкәрлеге туранан-тура “Дәүләт хеҙмәттәре” менән бәйле. Май башында эштә булған саҡта уға билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килә. Таныш булмаған кеше ОМС полисын яңыртырға тәҡдим итә, тик ҡыҙ шунда уҡ баш тартып, телефонын һала. Тиҙҙән уның почтаһына “Дәүләт хеҙмәттәре” порталынан хат килә. Хатта уның шәхси кабинетына икенсе ҡорамалдан инеүҙәре тураһында хәбәр итәләр һәм ниндәй номерға шылтыратыр кәрәклеге тураһында яҙалар.

“Мин хаттың йөкмәткеһенә ышандым. Был – бик ҙур хата. Ул, ысынлап та, “Дәүләт хеҙмәттәре”некенә оҡшағайны. Мин күрһәтелгән номерға шылтыраттым, шуға был мутлашыу осрағы булыуы мөмкин тигән бер ниндәй ҙә шик тыуманы“, – тип һөйләгән Марика.

Һөҙөмтәлә енәйәтселәр үҙ маҡсатына ирешә. Ҡыҙҙың шәхси мәғлүмәттәре аферистар ҡулына “эләгеүе“ сәбәпле, уны кредит тарихын тикшерергә мәжбүр итәләр. Артабан эҙләүҙә булған террорсыға аҡса күсерергә маташыу булған, тип белдерәләр. Ҡурҡып ҡалған ҡыҙ менән бәйләнешкә шунда уҡ “Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре”сыға, прессинг башлана. Марикаға эштән һорап китеп, көнө буйы үҙәктә йөрөргә һәм күрһәтмәләрҙе үтәргә тура килә. Уны хатта батарея һатып алырға мәжбүр итеүҙәре лә борсомай: иң мөһиме – ул һәр ваҡыт бәйләнештә булырға тейеш була.

Ҡурҡытыу менән бәйле ҡот осҡос хәл ике аҙна дауам итә. Мутлашыусылар, ҡорбанының кредит тарихы насар булыуы сәбәпле, аҡса алып булмаясағын аңлағас, уның ғаиләһенә “күсә”. Енәйәтселәр йәнәһе лә Мариканың әсәһе исеменән кредитҡа ғариза табып ала һәм ашығыс рәүештә дубликат рәсмиләштерергә кәрәклеген белдерә. Тик был эш төндә, йәшерен рәүештә башҡарылырға тейеш була. Марика, әсәһен ҡотҡарырға теләп, уның телефонынан бер миллион һумлыҡ ғаризаның дубликатын рәсмиләштерә. Ҡыҙ был аҡсаны банкомат аша күсерә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң  “Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре“ тикшереү барғанлығы тураһында белдерә, һуңынан бөтә ҡушымталарҙы һәм әңгәмәне юйырға ҡуша.

Шул уҡ ваҡытта Мариканың әсәһе телефонындағы сәйер манипуляцияларҙы, банктан килгән хәбәрҙәрҙе күрә. Һөҙөмтәлә хәҙер ғаилә процент менән бергә банкка бер миллион һум аҡса түләргә бурыслы.

– Мин 50 мең һум аҡса эшләйем: хәҙер ошо аҡсаны ай һайын банкка түләйәсәкмен. Хәҙер артабан ни эшләргә икән, тип уйлайбыҙ. Мин проблеманы үҙ аллы хәл итергә тырыштым, әммә килеп сыҡманы. Ҙур хата ебәрҙем: булмаған конфиденциаллек сәйәсәтенә ышандым. Бөтәһе лә мутлашыу осраҡтары тураһында һөйләгән ваҡытта, үҙем дә тоҙаҡҡа эләктем, – тип иҫкәртте Марика.

Хөрмәтле яҙылыусыларыбыҙ! Шуны иҫтә тотоу мөһим: әгәр сит кешеләр юғары килемле инвестициялар тәҡдим итһә, ышанмағыҙ. Бер ҡасан да таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм аҡсағыҙҙы шикле "кураторҙарға" тапшырмағыҙ. Һаҡ булығыҙ: финанс именлегегеҙ үҙегеҙҙең ҡулда.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас