

Стәрлетамаҡ ҡалһында 24 йәшлек ир Имай Насыри урамындағы йорто ихатаһында ҡуйған “Лада Приора” автомобиле "бардачогында" асҡыстарын һәм документтарын ҡалдырған.
Балконға сыҡҡас, ул транспорт сараһын урынында тапмай һәм ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре урланған автомобилде ҡаланың Братская урамында таба. Рулдә 15 йәшлек үҫмер, ә пассажир ултырғысында уның 16 йәшлек иптәше һәм уларҙың ике дуҫы ултырған була. Ҡулға алған саҡта улар ҡасып маташҡан, әммә полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ тотҡан. Улар енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таныған.
Асыҡланыуынса, үҫмерҙәр транспорт хужаһының автомобилен япмағанын алдан уҡ белгән. Шуға ла улар ҡыҙҙарҙы йөрөтөү өсөн транспорт сараһын урларға ҡарар итә - машинаны асып, асҡыстарҙы таба һәм дуҫтары янына елдерә.
Әлегә мәлдә үҫмерҙәргә РФ Енәйәт кодексының 166-сы статьяһына ярашлы транспорт сараһын урлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Енәйәттең нескәлектәрен һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың ҡатнашлығын асыҡлау өсөн бөтә кәрәкле тикшереү эштәре алып барыла.
Фото сығанағы: @V_Sevastyanov.