Хәүефһеҙлек
5 Июнь 2025, 06:00

Әбйәлил районында - ҡот осҡос фажиғә

Уға 28 генә йәш ине

Әбйәлил районында - ҡот осҡос фажиғәӘбйәлил районында - ҡот осҡос фажиғә
Әбйәлил районында - ҡот осҡос фажиғә

Кисә Әбйәлил районында фажиғәле юл- транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Асҡар - Хәлил юлының 32 -се километрында 28 йәшлек ир (водитель таныҡлығы булмаған) мотоцикл менән йөк автомобиле аҫтына барып ингән. Уның бер аяғы өҙөлә, ир авария урынында һәләк була. 44 йәшлек йөк машинаһы водителе зыян күрмәгән. 

Ваҡиға сәбәптәре тикшерелә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ!

Фото: "Абзелил"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас