

Хәүефле хәбәр алдыҡ: Өфөлә ете йәшлек Андрей Логвинов юғалған. Был хаҡта “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Башрегионспас” төркөмө ирекмәндәре хәбәр итте.
Бөгөн, 5 июндә малай билдәһеҙ йүнәлештә сығып китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Билдәләре: буйы 128 см, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре көрән, күҙҙәре зәңгәр төҫтә. Һары смайликлы һоро-көрән футболка, аҡ яҙыулы һоро салбар, аҡ табанлы зәңгәр сандали кейгән. Бала медицина ярҙамына мохтаж. Ул баш ҡаланың теләһә ниндәй районында булыуы ихтимал.
Баланың ҡайҙалығын белгән һәр кемгә 112 йәки 8-937-3-102-112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.
Фото: “Башрегионспас” төркөмө.