Хәүефһеҙлек
6 Июнь 2025, 18:00

Ауыл буйлап айыу саба!

Был хаҡта механизаторҙар хәбәр итте.

Ауыл буйлап айыу саба!Ауыл буйлап айыу саба!
Ауыл буйлап айыу саба!

Нөгөш һыуһаҡлағысы яғындағы Һәргәй ауылына килеп сыҡҡан хатта бер тайыш табан. Механизаторҙар уны Восточный ауылы янындағы баҫыуҙа ла күргәндәр.

Был осраҡта ауыл халҡына ниндәй кәңәш бирергә?

Асыҡ һауала ҡалдырылған шешлек, ҡалдыҡ аҙыҡ уларҙы йәлеп итә, шуға ла ашап торғас та өҫтәлдәге ризыҡты йыйып ҡуйығыҙ, асыҡ һауала ҡалдырмағыҙ. Айыуҙар кеше менән арала булырға тейеш сикте аңламай, шуға ла уяулыҡты юғалтырға ярамай. Урманда шау-шыу килеп, ҡысҡырып йөрөгөҙ. Ҡайһы бер йәнлектәрҙе тауыш та өркөтмәҫкә мөмкин, шуға ла һиҙгерлекте юғалтмағыҙ.

Балаларҙың яңғыҙын урамға ҡарауһыҙ сығармағыҙ.

Видео авторы - Восточный ауылы механизаторҙары.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас