

Башҡортостандың Нуриман районы Павловка ауылы эргәһендәге Ҡыҙыл ҡаяларҙа 30 йәшлек ир ҡаянан ҡолап төшкән. Был хаҡта кисә, 6 июндә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Бәхетһеҙ ваҡиға киске сәғәт алтыла була.
"Йығылыу бейеклеге 20 метрҙан ашыу ине, — тип хәбәр иттеләр ведомствола. – Урынға Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ебәрелде”.
Урынға килгән ҡотҡарыусылар һәм ашығыс хеҙмәттәр ирҙең үлемен раҫлай. Уны күтәреп, кәүҙәһен табиптарға тапшыралар.
Фото: МЧС.