Хәүефһеҙлек
8 Июнь 2025, 16:45

17 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө

Әбйәлил районында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән.

17 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө17 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө
17 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө

Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылында водитель таныҡлығы булмаған үҫмер «Лада Приора»ға ултырып, самокатта китеп барған 17 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙерә. Зыян күргән ҡыҙ бик ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. ул Магнитогорск ҡалаһында реанимацияла вафат була.

Бәхетһеҙ осраҡтың булмауы ла мөмкин ине бит... Ни тиһәң дә, былтыр уҡ тап ошо үҫмер водитель таныҡлығы юҡ килеш йөрөгән өсөн иҫкәртелгән була. Быйыл йәнә март айында таныҡлыҡһыҙ килеш тотола. Күрәһең, бер нимә лә уны туҡтата алмаған: полиция, штраф түләгән ата-әсәһе лә...

Йәйге каникулдар осоро етте, ата-әсәләр балаларығыҙ автомобиль, мопед һәм башҡа транспортҡа таныҡлыҡһыҙ ултырыр алдынан саҡ ҡына булһа ла уйланһағыҙ ине...

Фото: "Абзелил".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас