Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Июнь 2025, 20:30

Ҡаты бәрелештән һуң янып киткән...

Пассажирҙарҙың хәле нисек?

Ҡаты бәрелештән һуң янып киткән...
Ҡаты бәрелештән һуң янып киткән...

Кисә Стәрлетамаҡ районында, Стәрлетамаҡ – Красноусол автомобиль юлының 18-се километрында, 68 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһе идара иткән “Chevrolet Niva” автомобиле ҡаршы килгән “Shacman” йөк машинаһы менән бәрелешкән. Авария эҙемтәһендә еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү үткәрелә. Бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта авариялар йышайҙы. Мәҫәлән, 9 июндә иртән Ҡытайка һәм Шушпа ауылдары араһында 45 йәшлек водитель “Лада Гранта” автомобилендә идараны юғалтып, юлдың һул яғына сығып, Ағиҙел йылғаһына ауған. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль водителе вафат була, тағы бер пассажир, ҡатын, дауаханаға оҙатыла.

Шулай уҡ кисә Дәүләкән районында ла юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, иртәнге сәғәт 8-ҙәр тирәһендә Шишмә – Ҡырғыҙ Миәкә автомобиль юлының 52-се километрында “Skoda Octavia” автомобиле ҡаршы килгән “Subaru Forester” менән бәрелешкән.

Бәрелештән һуң “Skoda” янып китә. Авария һөҙөмтәһендә ике водитель һәм янған транспорттағы 15 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатылған.

Хөрмәтле водителдәр, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!

Фото: @bash_gibdd.

Ҡаты бәрелештән һуң янып киткән...
Ҡаты бәрелештән һуң янып киткән...
Ҡаты бәрелештән һуң янып киткән...
Ҡаты бәрелештән һуң янып киткән...
Ҡаты бәрелештән һуң янып киткән...
Ҡаты бәрелештән һуң янып киткән...
Ҡаты бәрелештән һуң янып киткән...
Ҡаты бәрелештән һуң янып киткән...
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас