Хәүефһеҙлек
10 Июнь 2025, 17:20

Әсәләре машина йөрөтөргә өйрәнеү курсына киткән булған...

Өс бала янып үлгән ғаилә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды.

Әсәләре машина йөрөтөргә өйрәнеү курсына киткән булған...Әсәләре машина йөрөтөргә өйрәнеү курсына киткән булған...
Әсәләре машина йөрөтөргә өйрәнеү курсына киткән булған...

Янғында өс балаһын юғалтҡан ғаилә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия тарафынан иҫәпкә ҡуйылған булған.

Шуны билдәләргә кәрәк: ғаиләне социаль хәүефле хәлдә булғанда иҫәпкә ҡуялар. Мәҫәлән, уның сәбәптәре ата-әсә бурыстарын үтәмәү, социаль хәүефле хәл, асоциаль тәртип, балалар менән ҡаты мөғәмәлә итеү һәм башҡалар булыуы мөмкин.

"Честно говоря" каналы хәбәр итеүенсә, әсә кешенең алкоголь менән проблемалары булған. Шуға ла уны иҫәпкә ҡуйғандар, һуңынан, дауаланыу алғас, кире алғандар.Тик бер аҙҙан әсә кеше яңынан спиртлы эсемлектәр менән мауыға башлай. Фажиғә алдынан уларҙың өйҙәренә опека органдары килә, хәлде тикшерә. Янғын сыҡҡан көндә балаларҙың әсәһе машина йөрөтөргә өйрәнеү курсына киткән була, сөнки ул да башҡалар һымаҡ ғәҙәти тормош алып барырға теләгән. Ут сыҡҡанда балалар өйҙә яңғыҙ була, ғаилә башлығы иһә махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә икән.

Ғаиләгә бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итәләр. Әсәһе менән психологтар эшләй. Янғын факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас