Хәүефһеҙлек
9 Июнь 2025, 20:25

Төнөн шылтыратып ҡыҙың үлде тиҙәр...

Балаһын юғалтҡан ҡатын әйтеүенсә, әлеге ваҡытта егет бер ни булмағандай ауылда йөрөп ята.

Төнөн шылтыратып ҡыҙың үлде тиҙәр...Төнөн шылтыратып ҡыҙың үлде тиҙәр...
Төнөн шылтыратып ҡыҙың үлде тиҙәр...

Башҡортостанда йәйге каникулдар етеү менән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа балалар ҡазалана башланы ла. Шундай аяныс хәлдәрҙең береһе ошо көндәрҙә Әбйәлил районында булғайны. Бында 16 йәшлек үҫмер егет автомобилдә самокатта китеп барған 16 йәшлек ҡыҙҙы тапатты. Ҡыҙ кисен реанимацияла һәләк булды.

Был хәл тураһында “КП-Өфө” баҫмаһына ҡыҙҙың әсәһе Регина З. һөйләгән. 7 июндә кисен Диана самокат менән магазинға китә. Әсәһе әхирәте менән өйө янында уны көтөп ҡала. Өс минут үтеүгә ҡатын гөрһөлдәгән тауыш ишетә. Был саҡта үтеп барған үҫмерҙәр “Унда һеҙҙең ҡыҙығыҙҙы тапаттылар” тип ҡысҡыра. Регина шунда уҡ фажиғә урынына йүгерә һәм ерҙә ятҡан ҡыҙын күреп ҡала. Уның бер тере урыны булмай. Шаһиттар әйтеүенсә, ҡыҙҙы ҙур тиҙлектә килгән ҡара машина бәрҙерә һәм авария урынын ҡалдырып китеп тә бара. Әсәй кеше шунда уҡ табиптар саҡырта. Дауаханаға үҙҙәре алып барырға теләй, ләкин баланы ҡуҙғатырға ҡушмайҙар. Был саҡта Диана аңында була, хатта әҙерәк ҡарап ята. “Ашығыс ярҙам” машинаһы 40 минуттан килеп етә һәм тиҙерәк булһын өсөн уны Магнитогорск дауаханаһына алып баралар. Был саҡта Диана, әсәһе әйтеүенсә, өс литр самаһы ҡанын юғалта.

Табиптар шунда уҡ хәлдең насар икәнлеген әйтә. Консилиум йыйылып, балаға операция яһайҙар, уны ИВЛ аппаратына тоташтыралар. Ләкин төнгә ҡарай шылтыратып, балағыҙ үлде тип әйтәләр...

Ғәйепле егеткә килгәндә, ул авария урынын ҡалдырғас, урманға бара һәм “Приора”һын шунда ҡалдыра. Аҙаҡ ата-әсәһе менән бергә авария урынына килә.

Диана ла, уны бәрҙергән егет тә быйыл 9-сы класты тамамлаған. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҫмер водитель таныҡлығы булмай йөрөгән өсөн ике тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылған. Икенсе тапҡырҙан һуң уны бәлиғ булмағандар бүлексәһенә иҫәпкә лә ҡуйғандар.

Балаһын юғалтҡан ҡатын әйтеүенсә, әлеге ваҡытта егет бер ни булмағандай ауылда йөрөп ята. Ул да, уның ата-әсәһе лә хатта ғәфү үтенмәгән дә. Ата-әсәһе улдарын яҡлай һәм Диана юлға үҙе килеп сыҡҡан ти...

Диананың яҡындары был фажиғәлә ғәйепле кеше язаһыҙ ҡалмаһын тип теләй. Әйткәндәй, ҡыҙҙың атаһы әлеге ваҡытта МХО-ла, әсәй кеше был ауыр хәлде яңғыҙы кисерә.  

9 июндә Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Эш менән ведомство рәйесе Александр Бастрыкин ҡыҙыҡһына. Ул тикшереү тураһында докладты урындағы тәфтиш комитеты идаралығынан тапшырырға ҡуша.

Беҙ ҡыҙҙың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "Әбйәлил" гәзите. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас