Хәүефһеҙлек
11 Июнь 2025, 06:30

Өфөлә йәшәүсенең Мәскәүҙә фатиры булған

Тик был хаҡта ул үҙе лә белмәгән...

Өфөлә йәшәүсенең Мәскәүҙә фатиры булғанӨфөлә йәшәүсенең Мәскәүҙә фатиры булған
Өфөлә йәшәүсенең Мәскәүҙә фатиры булған

Өфөлә йәшәүсе “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы мутлашыу схемаһы арҡаһында фатирлы булған. Ошо турала, “Царьград” телеканалына һылтанып, “Башинформ” хәбәр итә. 

Мәскәүҙә йәшәүсе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәр өсөн квитанцияла фатирының хужаһы яңы кеше икәнен асыҡлай. Ир Росреестрға мөрәжәғәт иткәс, ул көҙөн үк үҙенең күсемһеҙ милкен Өфөлә йәшәгән билдәһеҙ кешегә бүләк иткәне асыҡлана. Шул уҡ ваҡытта милек икенсе хужаға һатыу-һатып алыу сифатында түгел, ә нотариус ҡатнашлығынан тыш бүләк булараҡ күскән. Барыһы ла дистанцион рәүештә эшләнгән: документтар электрон цифрлы ҡултамға менән раҫланған.

Шуныһы ҡыҙыҡ: зыян күреүсе бер ҡасан да электрон ҡултамға рәсмиләштермәүен белдергән. Тик күпмелер ваҡыттан һуң ул былтыр көҙ “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге шәхси кабинетын урларға маташыуҙарын иҫенә төшөргән. Ир был хаҡта техник ярҙамға хәбәр итә һәм уға уның аккаунты менән бер ниндәй ҙә аномалиялар теркәлмәгән, тип яуап бирәләр.

Фатирҙың ”яңы хужаһы”, үҙ сиратында, ”бүләк” тураһында бер нәмә лә белмәүе тураһында хәбәр итә. Полицияға мутлашыу тураһында ғариза бирелгән, хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшереү алып бара.

Н. Хәлисов фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас