Хәүефһеҙлек
11 Июнь 2025, 14:30

Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе

Көн тәртибендә – төбәктең инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын террор хәүефенән һаҡлауҙы тәьмин итеү мәсьәләләре.

Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙеРадий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе

11 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк террорға ҡаршы комиссияһының һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын үткәрҙе. Унда республиканың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары, оператив хеҙмәттәр, көс структуралары етәкселәре, шулай уҡ Башҡортостан предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.

Көн тәртибендә – төбәктең инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын террор хәүефенән һаҡлауҙы тәьмин итеү мәсьәләләре.

Республикала объекттарҙы теракттарҙан, шул иҫәптән пилотһыҙ аппараттар ҡулланып, һаҡлау буйынса тейешле саралар күрелде, – тине Радий Хәбиров.Шул уҡ ваҡытта ағымдағы хәлде иҫәпкә алып, террорға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар, шул иҫәптән иҫкәртеү-профилактика һәм режим саралары формаһында әҙерләргә кәрәк.

Ултырышта ҡатнашыусылар инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарының хәүефһеҙлек системалары эшен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе.

Тағы бер тема – йәштәр араһында терроризм идеологияһын һәм неонацизм идеяларын таратыуға ҡаршы тороу. Был йәһәттән был эш өсөн яуаплы белгестәрҙең һөнәри әҙерлек кимәлен күтәреүгә айырыуса иғтибар бүлеү мөһим, тип билдәләне төбәк Башлығы.

Республиканың Мәғариф һәм фән, Йәштәр министрлыҡтары етәкселәре йәштәр ойошмалары уҡытыусылары һәм әүҙемселәре өсөн белем биреү программаларын ойоштороу, шулай уҡ уҡыусылар, студенттар араһында иҫкәртеү саралары үткәреү, шул иҫәптән федераль эксперттарҙы йәлеп итеү тураһында хәбәр итте.

Фото: glavarb.ru.

Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас