Көндәр эҫетеү менән һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтар бермә-бер артты. Бөгөн генә Башҡортостандың ике районында өс кеше, шул иҫәптән бала батып үлде.
13 июндә Оло Ҡыҙыл йылғаһынан 10 йәшлек баланың кәүҙәһен сығаралар. Малай күперҙән һыуға һикерә. Уны өлкән ағаһы юғалғандан һуң 15 минут үткәс кенә таба һәм сығара. Был мәлдә урынға табиптар килә, әммә уны ҡотҡара алмайҙар.
Шулай уҡ, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Архангел районының Тәүәкәс ауылында урындағы һыу ятҡылығында 77 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Ул унда ял итергә тип Өфөнән килгән. Ә Инйәр йылғаһында Абҙан ауылында 51 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.
Фото: МЧС.