Хәүефһеҙлек
13 Июнь 2025, 13:55

Әбйәлилдә - үлемесле фажиғә

Ул 17 генә йәштә булған...

Әбйәлилдә - үлемесле фажиғәӘбйәлилдә - үлемесле фажиғә
Әбйәлилдә - үлемесле фажиғә

Бөгөн төндә Әбйәлил районында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яңы Балапан - Йәнекәй юлында 17 йәшлек үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән.

Республиканың ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, 17 йәшлек үҫмер мопеды менән ҡаршы килгән ВАЗ-2114 автомобиленә бәрелә. Ул ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Автомобиль рулендәге 33 йәшлек водителдең спиртлы эсемлек ҡулланғаны асыҡланған.

Ваҡиға урында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.

Водителдәргә йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: эскән килеш руль артына ултырмағыҙ. Ә ата-әсәгә балаларығыҙға мопед, питбайк һ.б. һатып алыр алдынан ныҡлап уйларға кәңәш итәбеҙ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас