Хәүефһеҙлек
14 Июнь 2025, 05:15

16 йәшен үткәргәндән һуң батҡан

Үҫмер Ағиҙел буйына ата-әсәһе менән килгән булған. Ҡыҙғанысҡа күрә...

16 йәшен үткәргәндән һуң батҡан16 йәшен үткәргәндән һуң батҡан
16 йәшен үткәргәндән һуң батҡан

13 июндә Мәләүез районында Ағиҙел йылғаһынан үҫмерҙең үле кәүҙәһен һөйрәп сығарғандар.

Ул ике көн элек 16 йәшен байрам иткән булған. 13 июндә иһә ата-әсәһе менән Һабаш ауылы янындағы йылғаға ярына ял итергә килгән. 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, үҫмер махсус йыһазландырылмаған ерҙә һыу ингән. Был урында тыйыу билдәләре ҡуйылған булған. Баланы эҙләү иғлан ителгәндән һуң дүрт сәғәттән тапҡандар.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:
Читайте нас