Хәүефһеҙлек
14 Июнь 2025, 19:00

Йөк машинаһында – бәпес кәүҙәһе

Һигеҙ айлыҡ сабыйҙың хроник сирҙәре булмаған...

Йөк машинаһында – бәпес кәүҙәһеЙөк машинаһында – бәпес кәүҙәһе
Йөк машинаһында – бәпес кәүҙәһе

Иглин районының Оло Теләк ауылында туҡтап торған йөк машинаһында һигеҙ айлыҡ ҡыҙ баланың үле кәүҙәһе табылған. Бәләкәй бала ғаиләһе менән бергә машинала була. Ата-әсәһе Нефтекаманан Мәсәғүткә ҡунаҡҡа килгән һәм яҡындағы тораҡ пунктта төн үткәрергә тип туҡтаған.

“Четный репортаж” проекты сығанағы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда тыуған ҡыҙ хроник сирҙәр менән сирләмәгән, ғәҙәттәгесә йоҡлап киткән һәм иртән уянмаған.

"Ата-әсәһе айыҡ хәлдә. Үлем сәбәбен суд-медицина эксперты билдәләйәсәк", - тип асыҡлыҡ индерҙе сығанаҡ.

Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "Честный репортаж". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас