

БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн дә ике ирҙе һыуҙан үле килеш сығарғандар. Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында 66 йәшлек ир һыуға батҡан. Был хәл тураһында мәрхүмдең улы хәбәр итә. Водолаздар ирҙе тартып сығара.
Ҡотҡарыусылар Белорет районының Ломовка ауылы янында Ағиҙел йылғаһынан кейемле кеше кәүҙәһен сығарған, әлегә уның кем икәнлеге асыҡланмаған.
Осраҡ буйынса тикшереү башланған, батып үлгән ирҙең исем-шәрифе асыҡлана.
Махсус йыһазландырылған урындарҙа, рөхсәт ителгән пляждарҙа ғына һыу инегеҙ. Унда яр буйы, һыу төбө таҙартыла, ҡотҡарыусылар һәр саҡ ярҙамға килә ала. Шулай уҡ ул таныш булмаған һыу ятҡылыҡтарында суммаҫҡа,тәғәйен урындан алыҫҡа йөҙмәҫкә, һыу транспорттарына яҡын бармаҫҡа, һыуға батырып уйнамаҫҡа, эңерҙә, ҡараңғы мәлдә яңғыҙ-ярты һыу инергә йөрөмәҫкә кәңәш итәбеҙ.
Йәй миҙгеле күңелле үтһен өсөн ошо ҡатмарлы булмаған ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү талап ителә.
Фото: "Башинформ"