Хәүефһеҙлек
15 Июнь 2025, 19:15

37 йәшлек ҡатын менән 50 йәшлек ир һыуға батҡан

Уларҙың икеһе рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән. 

37 йәшлек ҡатын менән 50 йәшлек ир һыуға батҡан37 йәшлек ҡатын менән 50 йәшлек ир һыуға батҡан
37 йәшлек ҡатын менән 50 йәшлек ир һыуға батҡан

Республикала һыуға батып үлеүселәр һаны арта. Кисә 37 йәшлек ҡатын менән 50 йәшлек ир батып үлгән. Был хаҡта БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы эргәһендәге Граф күленән урындағы халыҡ  37 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһен сығарған.

Ҡатын Граф туристик үҙәгендә һыу инеү рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән, ярҙан 70 метр алыҫлыҡта йөҙгән һәм ниндәйҙер мәлдә бата башлаған. Уның Силәбе өлкәһенән ялға килгәне билдәле.

Баҡалы районының Ғәлиулла ауылындағы быуанан һәләк булған 50 йәшлек Үзбәкстан гражданинын сығарғандар. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, һәләк булған ир иҫерек килеш рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән.

Махсус йыһазландырылған урындарҙа, рөхсәт ителгән пляждарҙа ғына һыу инегеҙ. Унда яр буйы, һыу төбө таҙартыла, ҡотҡарыусылар һәр саҡ ярҙамға килә ала. Шулай уҡ таныш булмаған һыу ятҡылыҡтарында суммаҫҡа,тәғәйен урындан алыҫҡа йөҙмәҫкә, һыу транспорттарына яҡын бармаҫҡа, һыуға батырып уйнамаҫҡа, эңерҙә, ҡараңғы мәлдә яңғыҙ-ярты һыу инергә йөрөмәҫкә  кәңәш итәбеҙ.

Йәй миҙгеле күңелле үтһен өсөн ошо ҡатмарлы булмаған ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү талап ителә.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас