Хәүефһеҙлек
16 Июнь 2025, 11:15

Республика чемпионын юғалтты

Николай Красников менән иртәгә бәхилләшәләр. 

Республика чемпионын юғалттыРеспублика чемпионын юғалтты
Республика чемпионын юғалтты

Бөгөн иртә менән бик ауыр хәбәр билдәле булды. Юл фажиғәһендә боҙҙағы мотоуҙыш буйынса 20 тапҡыр донъя чемпионы, Өфө мотоуҙышсыһы Николай Красников һәләк булды. Хәбәр ителеүенсә, спортсы төнгө сәғәт өстә Кушнаренко районында, р-240 автомобиль юлының 69-сы километрында “Лада Гранта” руле артында ҡаршы килгән “ГАЗель” һәм “Ситрак” йөк машиналары менән бәрелешкән. Был - Башҡортостан спорты өсөн ҙур юғалтыу.

Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя чемпионы Николай Красниковтың һәләк булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

– Республика өсөн ҙур юғалтыу.Барыһы ла Николай Красниковтыбелә. Ғәжәйеп спорт яҙмышлы кеше ине. Ул бик оптимистик холҡо менән кешеләрҙе арбай ине. Осрашҡан һайын уның үҙенең пландары менән ҡайнап йәшәгәне күренә ине. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибовҡа билдәле спортсыны ерләүҙе ойошторошорға, туғандарына барлыҡ кәрәкле ярҙамды күрһәтергә ҡушты.

Спортсы менән иртәгә 15 сәғәттә Өфөлә Гастелло исемендәге спорт мәктәбендә бәхилләшәләр.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас