Хәүефһеҙлек
16 Июнь 2025, 15:00

Өс баланың ғүмерен өҙгән янғындың сәбәбе асыҡланды

Баҡтиһәң...

Өс баланың ғүмерен өҙгән янғындың сәбәбе асыҡландыӨс баланың ғүмерен өҙгән янғындың сәбәбе асыҡланды
Өс баланың ғүмерен өҙгән янғындың сәбәбе асыҡланды

Балтас ауылынан 15, 9 һәм өс йәшлек ағалы-ҡустылы һәләк булған күп балалы ғаиләнең йортонда ҡот осҡос янғын ҡыҫҡа замыкание сәбәпле башланыуы ихтимал. Яҡынса сәбәпте бөгөнгө Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов хәбәр итте.

– Йортта ике янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйылған, шул уҡ ваҡытта ут верандала башланған, ә тәҙрәләрҙе асыу мөмкинлеге булмаған. Ваҡиғаның яҡынса сәбәбе – ҡыҫҡа замыкание, - тип билдәләне ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 9 июндә кис булды. Янғын ваҡытында балаларҙың әсәһе (машина йөрөтөү курстарына китә) һәм 12 йәшлек ағалары өйҙә булмай. Күп балалы ғаиләнең атаһы МХО-ла. Ғаилә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә торған. Янғын сығырҙан алдағы көндә йортҡа опека органдары килеп, хәлде тикшергән.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас