

Бөгөн төнгө сәғәт 3-тә Кушнаренко районында фажиғәле хәл теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Р-240 автомобиль юлының 69 километрында, М12 “Көнсығыш” юлына етәрәк, көслө авария булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Лада Гранта” еңел автомобиле һәм ҡаршы килгән “ГАЗель”, “Ситрак” йөк машиналары бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 40 йәшлек еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған.
Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Хөрмәтле водителдәр, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Төнгө юл икеләтә хәүефле булыуы хаҡында ла онотмағыҙ.
Фото: @bash_gibdd, РБК-УФА.