+24 °С
Ямғыр


Бәхетһеҙ осраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлгән. Һигеҙ ҡатлы йорттоң бер бүлмәле фатирында янғын сыҡҡан. Ут аш бүлмәһенән сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр "ҡыҙыл ут"ты ауыҙлыҡлағас, бүлмәлә 64 һәм 62 йәшлек ҡатын менән ирҙең кәүҙәләре табылған.
Утты һүндереү өсөн 10 берәмек техника йәлеп ителгән, янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар тиҙ арала янғын менән көрәшһәләр ҙә, фатир хужаларын ҡотҡара алмаған.
Ваҡиға урынында тикшереү бара, янғын сығыу осрағы асыҡлана.
Ут менән һаҡ эш итегеҙ!
Фото: телеграм