

Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортонда республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы “Банкротлыҡ һәм мутлашыусылар. Граждандарҙы намыҫһыҙ юристарҙан профилактикалау” темаһына конференция үткәрҙе.
Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн һаҡлыҡ саралары күреү йәһәтенән Йәмәғәт палатаһы электән эш алып бара. Былтыр мутлашыуҙы иҫкәртеү буйынса лекциялар һәм конференциялар циклы эш башлаған. Был темаға алтынсы тапҡыр түңәрәк өҫтәл уҙғарыла. Бөгөн төп йүнәлеш банкротлыҡ һәм ошо өлкәләге мутлашыуҙар төрөнә арналыуын билдәләне Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Кристина Недорезова.
– Телевидение, матбуғат баҫмалары, интернат селтәрҙәре аша туҡтауһыҙ иҫкәртеп тороуға ҡарамаҫтан, мутлашыусылар һәм уларҙан зыян күреүселәр һаны арта бара. Башҡортостан кешеләре аҙна һайын тиҫтәләгән миллион һумдарын мутлашыусыларға ебәрә. Халыҡ өсөн дә, дөйөм республика өсөн дә һорау бик киҫкен тора, сөнки был аҡсаның 80 проценты беҙҙең республиканан ситкә оса. Шуға ла муниципалитеттарға, территориаль йәмәғәт үҙидараларына, йәмәғәт ойошмаларына яңы мәғлүмәттәрҙе еткерергә тырышабыҙ. Урындарҙа халыҡҡа аңлатыу эше алып барылһын, финанс мәҙәниәте һәм грамоталылыҡ күтәрелһен өсөн эшләйбеҙ. Маҡсат бер – мутлашыуҙың бөтә төрҙәренән дә халыҡты ҡурсалау, – тине Кристина Владимировна.
Банкротлыҡ өлкәһендәге мутлашыуға арналған түңәрәк өҫтәлдә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы, дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре, Республиканың Арбитраж суды судъяһы һәм башҡа белгестәр ҡатнашты.
Унда “Юридик хеҙмәттәр күрһәтеүҙә намыҫһыҙ миҫалдар”, “Мутлашыу төрҙәре. Ҡармаҡҡа эләкмәҫ өсөн нимә эшләргә?” һәм башҡа темаларға сығыштар яңғыраны. Туҡтауһыҙ яңғыраған көслө рекламаларға һаҡ ҡарарға, килешеүҙе иғтибарлап уҡырға, компания тураһында төрлө сығанаҡтарҙан баһаламар менән ҡыҙыҡһынырға тигән теләктәр әйтелде. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың грамоталығын күтәрергә, был йәһәттән дәрестәрҙе мәктәптән, колледжда уҡ бирергә тигән фекерҙәр ҙә булды.
Автор фотоһы.