Хәүефһеҙлек
19 Июнь 2025, 18:30

Автомобиль водителе һәләк булған

Уның менән бергә булған ике ҡатын иһә... 

Автомобиль водителе һәләк булғанАвтомобиль водителе һәләк булған
Автомобиль водителе һәләк булған

19 июндә көндөҙгө сәғәт 2-ләр тирәһендә Белорет районында, Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 131-се километрында, авария булған.

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 1971 йылғы водитель “Лада Веста” автомобилендә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығып, “Ситрак” йөк машинаһы менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. Уның менән бергә ике ҡатын да булған, улар төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү үткәрелә, бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.

Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Юлда ашығып, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.

Фото: @bash_gibdd яҙмаһынан скриншот.

Автомобиль водителе һәләк булған
Автомобиль водителе һәләк булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас