Хәүефһеҙлек
21 Июнь 2025, 03:45

46 кеше батып үлгән

Иҫерек килеш һыу инеүселәр һаны кәмемәй.

46 кеше батып үлгән46 кеше батып үлгән
46 кеше батып үлгән

Йыл башынан алып республикала 46 кеше һыуҙа батып үлгән. Өлкәндәр араһында һыу ингәндә һәләк булыу осраҡтарының төп сәбәбе – йыһазландырылмаған урындарға иҫерек килеш төшөү.  

Йәйге осорҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған брифинг барышында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эдуард Иҙрисов ни өсөн иҫерек килеш батып үлеүселәрҙең кәмемәүе тураһында һөйләне.

“Күптәр ял итеүҙе спиртлы эсемлектәр эсеүгә бәйләй. Рәсми пляждарҙа алкоголь ҡулланыу рөхсәт ителмәй. Кешеләр кәрәкле минималь хәүефһеҙлек талаптарын һанға һуҡмай, йыһазландырылмаған урындарға китә һәм алкоголь ҡулланып ял итеүҙе хуп күрә.

Алкоголь үҙ-үҙеңә артыҡ ышаныс ҡына өҫтәп ҡалмай, ул организмға ла йоғонто яһай. Ҡан тамырҙары киңәйә. Кеше, иҫерткес эсемлектәр эскәндән һуң һалҡын һыуға ингәс, инфаркт йәки инсульт кисереү хәүефе арта. Был йыш ҡына һыуҙа иҫерек килеш үлем сәбәбе булып тора. Беҙ һәр ваҡыт алкоголь менән һыу буйында ял итеүҙең бер-береһе менән бәйле булмауы тураһында һөйләйбеҙ. Һыуға эскән килеш төшөп, ҡороға тере килеп сығыуға бер кем дә гарантия бирмәй”, – тип һөйләне Эдуард Иҙрисов.

Фото: fotobank02.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас