Хәүефһеҙлек
22 Июня 2025, 15:00

Ҡаршы һыҙатҡа сыға... һәм һәләк була

Йәп-йәш кенә егеттең ғүмерен алып киткән үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Уфа - Инйәр - Белорет юлында була.

Ҡаршы һыҙатҡа сыға... һәм һәләк булаҠаршы һыҙатҡа сыға... һәм һәләк була
Ҡаршы һыҙатҡа сыға... һәм һәләк була

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көндәрендә лә республика юлдарында авариялар һаны кәмемәй. Кисә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 72-се километрында теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 25 йәшлек егет, "Митсубиси Лансер" автомобилендә Белорет ҡалаһы яғынан Өфөгә табан хәрәкәт иткәндә, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға, унда ҡаршы килеүсе "DAF" йөк машинаһы менән бәрелешә, һуңынан юлдан ситкә оса.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңел автомобиль водителе алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсә ваҡиға урынында вафат була.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас