Хәүефһеҙлек
23 Июнь 2025, 13:30

Янғын иҫкәрткестәр ғүмерҙәрҙе ҡотҡара

Республиканың ете районында яңы пилот проекты старт алды. 

Янғын иҫкәрткестәр ғүмерҙәрҙе ҡотҡараЯнғын иҫкәрткестәр ғүмерҙәрҙе ҡотҡара
Янғын иҫкәрткестәр ғүмерҙәрҙе ҡотҡара

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республиканың ете муниципаль районында социаль йәһәттән хәүефле һаналған ғаиләләрҙе GSM-модулле янғын иҫкәрткестәр менән тәьмин итеү буйынса пилот проекты старт алыуы хаҡында һөйләне.

Улар – Ауырғазы, Бөрө, Благовар, Дәүләкән, Ҡариҙел, Мишкә һәм Өфө райондары.

– Ҡоролма шундай программаға эйә: янғын осрағында сигнал шунда уҡ бер нисә номерға – ашығыс хеҙмәттәргә, туғандарға һәм башҡаларға китә. Бөгөн был - янғынды мәлендә асыҡлауҙың иң һөҙөмтәле сараһы, – тип билдәләне Кирилл Первов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан – илдә янғын иҫкәрткестәрҙе республика бюджеты иҫәбенә 16 категорияға ҡараған кешеләргә таратҡан берҙән-бер төбәк. 2016 йылдан алып 675 меңдән ашыу янғын иҫкәрткес бирелгән, шуларҙың 542-һе – ишетеү һәм күреү буйынса I төркөм инвалиды, шулай уҡ башҡа категория инвалидтары. Ҡорамалдың ваҡытында эшләүе арҡаһында һигеҙ йыл эсендә республикала 1239 кешенең ғүмере ҡотҡарылған, шуларҙың 460-ы – балалар.

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас