

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 3-тә Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 20-се километрында, авария теркәлгән.
Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәр буйынса, 67 йәшлек водитель “Шевроле Нива” автомашинаһында ҡаршы килгән “Ситрак” йөк машинаһы менән бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була, уның 40 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Еңел автомобилдән тимер өйөмө генә ҡалған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү үткәрелә, бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
Хөрмәтле водителдәр, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Фото: Дәүләт автоинспекция видеояҙмаһынан скриншот.