Хәүефһеҙлек
26 Июнь 2025, 07:30

Банк хеҙмәткәре мутлашыуға аяҡ салған

Һөҙөмтәлә 22 миллион һум намыҫһыҙҙар ҡулына эләкмәй

Банк хеҙмәткәре мутлашыуға аяҡ салғанБанк хеҙмәткәре мутлашыуға аяҡ салған
Банк хеҙмәткәре мутлашыуға аяҡ салған

Финанс учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең уяулығы һәм  полицейскийҙарҙың ваҡытында килеп етеүе Төмән өлкәһенән ирле -ҡатынлыға шәхси аҡсаларын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлегенә Төмән өлкәһенән 60 йәшлек ирле-ҡатынлыларҙан ғариза ҡабул ителә. Зыян күреүселәр мутлашыусылар тоҙағына эләгә, Төмәндә улар яҡынса 120 миллион һум аҡса күсереп өлгөрә.

Тағы ла 22 миллион банк менеждерының уялығы,полиция хеҙмәткәрҙәренең ваҡытында килеп етеүе  арҡаһында күсерелмәй ҡала.

Яҡынса фараздар буйынса, барыһы ла быйыл май айында башлана. Төмән кешеһенә йәнәһе лә элек ул эшләгән предприятиеның элекке начальнигынан шылтыратыу була. Ялған етәксе “ФСБ хеҙмәткәрҙәргә тикшереү уҙғара” тип хәбәр итә һәм уларҙы ҡыҙыҡһындырыусылар араһында 60 йәшлек Төмән кешеһенең дә булыуын әйтә. Шулай уҡ ул тиҙҙән иргә хоҡуҡ һаҡлау органдарынан шылтыратыу буласағын хәбәр итә. Уға ярҙам итеүҙе һорай. Бер аҙҙан көтөлгән шылтыратыу яңғырай. Ул зыян күреүсенең банк иҫәбен мутлашыусылар үҙ ҡулдарына күсереүҙәрен, ундағы аҡсаның сит ил иҫәбенә китеүен  әйтә. Төмән кешеһенә бының өсөн енәйәт яуаплылығы янауын да иҫкәртә. Эҙемтәләренән ҡурҡҡан пенсионер мутлашыусылар ҡушыуын үтәй башлай. 12 майҙан июнь уртаһына тиклем мутлашыусыларҙан һаҡланам тип, Төмән банктарынан аҡсаһын ала һәм шунда уҡ банкомат аша “Мутлашыуҙы иҫкәртеү һәм кредит алыуға ғаризаны ғәмәлдән сығарыу” өсөн күсерә. Был ваҡыт эсендә ир кеше 118 миллиондан ашыу аҡсаһын күсерә. Ләкин мутлашыусылар бының менән генә сикләнмәй.

Яңыраҡ ирле-ҡатынлы пар Учалы районына ҡунаҡҡа килә. Мутлашыусылар йәнә уның менән бәйләнешкә сыға. Банктың ялған хеҙмәткәрҙәре, ҡатынының банк иҫәбе уның иҫәбе менән бергә ҡушылыуын ҙәм ҡатынының енәйәт эше фигурантына әйләнеүен хәбәр итә. Аҡса блокировкалана тигән янау менән Төмән кешеләренә аҡсаны яңы иҫәпкә күсерергә, иҫкеһен ябырға ҡушалар.

Зыян күреүселәр Учалы ҡалаһының банкына йүнәлә. Улар банк иҫәбен блокировкаларға, 22 миллион һумды алып, уны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә теләй. Алдан уҙғарылған профилактик инструктажға ярашлы, банк хеҙмәткәрҙәре килеүселәрҙең тынғыһыҙлығына иғтибар итә. Менеджерҙар полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Дөйөм көс менән улар клиенттарға бер ай дауамында улар менән мутлашыусылар бәйләнештә булыуын аңлата.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан буйынса Эске Эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: "Башинформ" сайтынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас