

Енәйәт-эҙәрлекләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре урланған аҡсаны күсереү, ҡулаҡсаға әйләндереү схемаһында бәйләүсе звено булып эшләгән 18 йәшлек Нуриман районы кешеһен тотҡандар. Шик аҫтына алынған аралашсы быға тиклем дә енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған.
Полиция асыҡлауынса, был йәш кеше мутлашыусылар менән алдан һөйләшеп килешеү буйынса алданған, ышанған кешеләрҙән ҡулаҡса алған, уларҙы обменникка йүнәлткән. Унда аҡса тиҙ арала интернет-валютаға конверсияланған, аноним электрон көшөлөктәргә күсергән, быны схеманы ойоштороусылар контролдә тотҡан. Был сылбырҙа үҙе башҡарған роле өсөн ул һәр сумманан өс процентын алған.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар асыҡлауынса, йәш кешене был енәйәт эшмәкәрлегенә “еңел аҡса” вәғәҙәләгән танышы йәлеп иткән.
Ҡулға алынған кешегә ҡарата дәлиләр ҙә етерлек: уның телефонында күсерер алдынан купюралар пачкаһын һанап торған видео тапҡандар. Фатирын тентегәндә 10 мобиль ҡорамал табылған, фараздар буйынса, улар законһыҙ операциялар башҡарыуҙа ҡулланылған. Шиккә алынған егет үҙенең ғәйебен таныған.
Суд уға хөкөм сараһы итеп һаҡ аҫтына алырға ҡарар иткән.
Сығанаҡ: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: “Башинформ” сайтынан.