Хәүефһеҙлек
27 Июнь 2025, 10:00

Урындағы халыҡ өсөн хәүеф юҡ!

Әлеге мәлдә Нефтекама ҡалаһындағы ғәҙәттән тыш ваҡиға тикшерелә.

Урындағы халыҡ өсөн хәүеф юҡ!Урындағы халыҡ өсөн хәүеф юҡ!
Урындағы халыҡ өсөн хәүеф юҡ!

Нефтекама ҡалаһының Юл урамы буйындағы яғыулыҡ станцияһында ремонт барышында бензин быуы ҡалған һауытта шартлау тауышы яңғырай, әммә янғын сыҡмай.

Яғыулыҡ-майлау материалы һауыты сафтан сыҡҡан, файҙаланылмаған булған. Эшселәр уны бысҡан. Яғыулыҡ станцияһы был ваҡытта хеҙмәтләндермәгән, ремонтҡа ябылған булған.

Ваҡиға һөҙөмтәһендә 36 йәшлек эшсе еңелсә зыян күргән - тәненең йомшаҡ туҡымалары йәрәхәтләнгән. Медицина белгестәре уны ҡарап, амбулатор дауалауға ебәргән.

Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов был хәлгә аңлатма бирҙе. “Ремонт эштәренә бәйле, заправка станцияһы ваҡытлыса ябылған ине. Йәрәхәтләнгән кеше тикшерелеү өсөн дауаханаға ебәрелде. Урында төрлө хеҙмәттәр эшләй, хәл ныҡлы контролдә”, – тип белдерҙе ул.

“Башнефть-Розница” йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яғыулыҡ станцияһы ремонтҡа ябылғанлыҡтан, ваҡиға мәлендә уның биләмәһендә клиенттар булмаған. Подрядсы ойошманың бер хеҙмәткәре еңелсә йәрәхәтләнгән, уны госпитализациялау талап ителмәгән. Урындағы халыҡ өсөн хәүеф юҡ, станцияның төп ҡорамалы зыян күрмәгән. Предприятиела хәлдең сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында комиссия  төҙөлгән.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Урындағы халыҡ өсөн хәүеф юҡ!
Урындағы халыҡ өсөн хәүеф юҡ!
Урындағы халыҡ өсөн хәүеф юҡ!
Урындағы халыҡ өсөн хәүеф юҡ!
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас