Хәүефһеҙлек
28 Июнь 2025, 21:50

Береһе лә "үләм" тип бармаған...

Кисә өс кеше батты.

Береһе лә "үләм" тип бармаған...Береһе лә "үләм" тип бармаған...
Береһе лә "үләм" тип бармаған...

Кисә Башҡортостанда һыуҙан өс кәүҙә сығарылған. Кешеләр Мәсетле, Асҡын һәм Өфө райондарындағы һыу ятҡылыҡтарында батып үлгән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығынан.

Мәсетле районында Олоыҡтамаҡ ауылы эргәһендәге Әй йылғаһынан балыҡ тоторға тип барған 73 йәшлек ирҙең кәүҙәһе сығарылған.

Асҡын районында Ҡуяштыр ауылы янындағы күлдән 66 йәшлек ирҙе сығарғандар, ул да балыҡҡа килгән.

Өфө районында Алексеевка ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһынан ирҙе сығарғандар.

Һәр осраҡта оператив-тикшереү саралары үткәрелә.

Ямғырлы, һалҡын көндәрҙә кешеләрҙең һыуҙа үлем осраҡтары кәмеп торғайны. Кисә саҡ ҡына ҡояш сығыуы булды, йәнә кешеләр бата ла башланы. Үҙебеҙгә һәм яҡындарыбыҙға иғтибарлы булайыҡ, яңылыш аҙымдан йыраҡ торайыҡ. Ҡағиҙәләр ябай: эскән килеш һыуға төшмәҫкә, махсуслаштырылмаған урында һыу инмәҫкә, балаларҙы яңғыҙ ебәрмәҫкә. 

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас